Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2023, 11:32

Тарих биттәренән: 23 йыл бергә

2000 йылдың 26 мартында Владимир Путин Рәсәй Президенты итеп һайлана. Владимир Владимирович тәүге турҙа уҡ еңә. 

Тарих биттәренән: 23 йыл бергәТарих биттәренән: 23 йыл бергә
Тарих биттәренән: 23 йыл бергә

Һайлау алдынан, 1999 йылдың авгусында Путин РФ Хөкүмәте Рәйесе итеп тәғәйенләнә, ә 2000 йылды ҡаршылаған төндә Рәсәй Президенты Борис Ельцин тура эфирҙа һаубуллашып, үҙенең отставкаһы тураһында иғлан итә. Был ваҡиғаға күптәр шаһит. Ил башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Владимир Путин тәғәйенләнә лә, 2000 йылдың 5 ғинуарында уҡ РФ Федерация Советы һайлау көнөн билдәләп тә ҡуя.

Президентлыҡҡа кемдәр кандидат булғанын иҫегеҙгә төшөрөп тормайбыҙ. Путин өсөн ул көндө һайлаусыларҙың 52,94 проценты тауыш бирә. Ә вазифаһында яңы ил башлығы 2000 йылдың 7 майында рәсми эш башлай.

23 йыл да үтеп киткән. Әлбиттә, ул арала бер нисә генә йыл Владимир Владимирович РФ Хөкүмәтен дә етәкләп торҙо. Законы шулай ине. Ә тиҙҙән тағы һайлауҙар. Путин үҙ кандидатураһын күрһәтерме икән?

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас