

Әйткәндәй, социаль предприятие булараҡ раҫлау буйынса документтар 1 июнгәсә ҡабул ителә. Ошо статусты алған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә байтаҡ ярҙам сараһы бар. Мәҫәлән, дәүләт йә муниципаль милекте ҡуртымға алғанда льготалар, гранттар, микрокредит программаһы буйынса минималь процент. Һәр хәлдә социаль предприяти булараҡ эшләргә теләүсе бизнесмендар һаны йылдан-йыл арта.
Былтыр 147 социаль эшҡыуар дөйөм суммаһы 71 миллион һумдан ашыу булған грант отҡан. Быйыл шундай ярҙам "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса күрһәтелә.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтынан.