Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Марта 2023, 15:45

Өфөлә балыҡсы боҙ аҫтына киткән

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә Князевский утрауы янындағы тимер юл күпере янында балыҡсы боҙ аҫтына киткән.

Өфөлә балыҡсы боҙ аҫтына киткәнӨфөлә балыҡсы боҙ аҫтына киткән
Өфөлә балыҡсы боҙ аҫтына киткән

Ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәлде тимер юлын тикшереүсе ведомство һағы хеҙмәткәренең күреп ҡалған.

 

Ҡотҡарыусылар зыян күреүсене ярҙан 50 метр алыҫлыҡтағы йырында тапҡан. Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре гидрокостюмдар кейеп, балыҡсы янына бара һәм уны яр буйына алып сыҡҡан. Балыҡсы иҫерек булған, тип фаразлана.

 

Ир-егеткә тәүге ярҙам күрһәтелә, һуңынан уны табиптарға тапшыралар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас