

Рецептта бирелгән аҙыҡ-түлек күләме 20 – 22 см ҙурлығындағы формаға торошло.
Йомортҡа – 6 дана
Шәкәр – 180 г
Он – 180 г
Һөт – 60 мл
Үҫемлек майы – 60 мл
Ванилин – ярты балғалаҡ
Тоҙ – бер семтем
Әҙерләү: Йомортҡаларҙы һытып, әҙ генә тоҙлап, миксерҙа тәүҙә – минималь тиҙлектә, унан шәбәйтә барып, уртаса тиҙлектә туғырға. Торараҡ ванилин, әҙ-әҙләп шәкәр һалығыҙ, тиҙлекте иң шәпкә ҡуйырға.
Массаға әкренләп кенә он һалырға (ике этапта). Силикон ҡалаҡ менән һаҡ ҡына аҫтан-өҫкә бутарға. Шунан үҫемлек майы ҡойоп, болғарға.
Айырым һауыттағы һөткә 3 – 4 ҡалаҡ ҡамыр ҡушып, яҡшылап болғағыҙ. Ошо массаны ҡамырға ҡушып, бутарға.
Формаға (төплө булһын) пергамент ҡағыҙ түшәп, ҡамырҙы ҡойорға һәм тигеҙләргә. Шунан ҡап уртаға оҙон ағас таяҡса (шпажка) сәнсеп, форма ситенә табан спираль “төшөрөгөҙ”. Ҡамырҙың төбөнә етһен. Был артыҡ һауаны сығарыу һәм ҡамырҙы тигеҙләү өсөн кәрәк.
Ошо форманы ҙур форманың эсенә ҡуйырға. Уға, ҙурына, 1 – 2 см һыу ҡойорға. Йәғни, бисквит 1,5 сәғәт 160 градус эҫелектә “һыу мунсаһында” бешергә тейеш. Әҙерлеген шпажка менән тикшерергә.
Бешкәс, бер аҙ һыуынһын. Шунан форманан алырға. Түңкәреп һыуытырға. Ҡабарғанын күрҙегеҙме инде?
Йәнегеҙ теләгән тортты яһағыҙ, нисек оҡшай, шулай биҙәгеҙ. Тәмле булһын!