КИТӘ ИРҘӘР ДОНБАСҠА
«Китә ҡыҙҙар,
Китә ҡыҙҙар
Китә ҡыҙҙар Донбасҡа...»
(Халыҡ йырынан)
Китә ирҙәр,
Китә ирҙәр,
Китә ирҙәр Донбасҡа.
Китә ирҙәр Донбасҡа ла,
Илде утҡа һалмаҫҡа.
Илде утҡа һалмаҫҡа ла
Ҡолдар булып ҡалмаҫҡа.
Киткәндәргә яңылары
Әҙер тора алмашҡа.
Башҡортостан егеттәре –
Салауат вариҫтары.
Шайморатов генералдың
Саҡыралыр рухтары.
Тарих ҡабатланмай, тиҙәр,
Ҡабатлана икән бит.
Тап ошонда оло яуҙа
Ҡанлы алыш үткән бит.
Үткәндәрҙең яралары
Уңалып та бөтмәгән.
Тарих биттәрендә уның
Яҙыуы ла кипмәгән.
Ләкин дошман тынғы белмәй,
Утлы уҡтар осора.
Рәсәйҙе еңергә тиеп,
Үҙ башына ҡотора.
Тағы күпме йәш егеттең
Ғүмерҙәре ҡыйылыр?..
Әсә, бала, ҡатындарҙың
Күҙ йәштәре ҡойолор?..
Китә ирҙәр,
Китә ирҙәр,
Китә ирҙәр Донбасҡа.
Тыуған ерен, илен һаҡлап,
Ҡолдар булып ҡалмаҫҡа.
З. Ҡотлогилдина