Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2023, 10:30

Күс... балконға оялаған!

Нефтекамала күп фатирлы йорттоң 8-се ҡатындағы балконға бал ҡорттары былтыр йәй "күсенгән", ахыры. Көндәр йылынғас, улар осоп сығып, фатир хужаларының һаулығына хәүеф менән янай башлаған.

Күс... балконға оялаған!Күс... балконға оялаған!
Күс... балконға оялаған!

Ғаилә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының Нефтекама район-ара күҙәтеү һәм профилактик эш бүлеге начальнигы урынбаҫары Илдар Лотфуллин, умартасылар нәҫеленән булараҡ, уларға ярҙамға килгән.

Илдар таң менән, эш көнө башланғанға тиклем, махсус инвентарь менән ҡоралланып, бал ҡорттарын умартасылыҡҡа күсереү операцияһына тотонған. Эште уңышлы атҡарғандан һуң фатир хужалары ла, янғын часы хеҙмәткәрҙәре лә солоҡ балы менән һыйланған.

Фото: МЧС РБ.

 

Күс... балконға оялаған!
Күс... балконға оялаған!
Күс... балконға оялаған!
Күс... балконға оялаған!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас