Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2023, 10:50

Радий Хәбировтың ҡултамғаһы ауырмы?

Эйе, хәҙер ҡултамғаларҙың да ауырлығын үлсәйҙәр. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә булды.

Радий Хәбировтың ҡултамғаһы ауырмы?Радий Хәбировтың ҡултамғаһы ауырмы?
Радий Хәбировтың ҡултамғаһы ауырмы?

Амран Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә Радий Хәбировтың ҡултамғаһын үлсәнеләр, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Бының өсөн тейешле ҡорамалдар бар.

Республика етәксеһе ҡағыҙға ҡултамғаһын ҡуйып, уны үлсәү приборына һалғандар һәм табло ауырлығын күрһәткән: 0,000042 грамм. Бына һиңә мә!

Белгестәр әйтеүенсә, беҙҙең Башлыҡтың ҡултамғаһы ярайһы ауыр ғына икән.

Фото: О. Яровиков ("Башинформ")

Радий Хәбировтың ҡултамғаһы ауырмы?
Радий Хәбировтың ҡултамғаһы ауырмы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас