Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2023, 07:00

Кемдеңдер ғәзиз балаҡайҙары...

Бөгөн төнгө сәғәт берҙә Белорет районы Тирлән ауылында "ВАЗ-2110" һәм "УАЗ" бәрелешеп, бер үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән, тағы биш үҫмер ауыр йәрәхәтләнгән. Урынға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының зона-эҙләү отряды хеҙмәткәрҙәре, ашығыс медицина ярҙамы, полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, балаларға емерелгән машина эсенән сығырға ярҙам иткән.

Кемдеңдер ғәзиз балаҡайҙары...Кемдеңдер ғәзиз балаҡайҙары...
Кемдеңдер ғәзиз балаҡайҙары...

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "ВАЗ-2110" машинаһы водителе, 2006 йылғы үҫмер, һәләк булған.

2008 йылғы ҡыҙҙың, 2006 йылғы үҫмерҙең хәле үтә ауыр. Шулай уҡ 2007 йылғы үҫмер, 2008 йылғы ике ҡыҙ йәрәхәтләнгән. Улар Белорет ҡалаһы дауаханаһында.

"УАЗ"дың 28 йәшлек водителе зыян күрмәгән, ул айыҡ. Һәләк булған үҫмерҙең, иҫерек булғанмы-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн, химик-токсик тикшереүгә ҡаны алынған. Уның водитель танытмаһы юҡ. Атаһының әйтеүенсә, улы автомобилде һорауһыҙ алған.

Авария буйынса тикшереү башланған, уның барышында фажиғәнең сәбәптәре асыҡланасаҡ.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн бәлиғ булмаған балаларығыҙға транспорт менән идара итергә рөхсәт бирмәгеҙ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Кемдеңдер ғәзиз балаҡайҙары...
Кемдеңдер ғәзиз балаҡайҙары...
Кемдеңдер ғәзиз балаҡайҙары...
Кемдеңдер ғәзиз балаҡайҙары...
Кемдеңдер ғәзиз балаҡайҙары...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас