Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Марта 2023, 07:38

Эвакуация юлдарын ҡапламағыҙ

Уҙған тәүлектә республикала 10 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 6-һы шәхси торлаҡ секторында булған, 30 кеше эвакуацияланған.

Эвакуация юлдарын ҡапламағыҙЭвакуация юлдарын ҡапламағыҙ
Эвакуация юлдарын ҡапламағыҙ

Шул иҫәптән, Илеш районында - тимер вагонсыҡ, Благовещенда, Өфөлә - йорт мөлкәте, Өфөлә - сауҙа павильоны көбө, Бөрөлә - өйҙөң стенаһы, Яңауыл районында веранда янған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта эвакуация юлдарын ябыу насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Дөйөм баҫҡыс, тамбур, торлаҡ-ара арауыҡ һәм баҫҡыс марштарын йәһәт кенә тоҡанып янып китеүсән шкаф, ултырғыс, тумба һәм башҡа шундай әйберҙәр ҡуйыу өсөн файҙаланалар. Ә был, беренсенән, фатирҙан кешеләрҙе тиҙ арала хәүефһеҙ эвакуациялауға ҡамасаулай, икенсенән, яныу сығанағы булыуы мөмкин. Эвакуация юлдарын алам-һалам менән тыңҡысларға ярамай!

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас