

БР ЮХХДИ Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторҙары педагогик состав һәм ата-әсәләр менән осрашыуҙар, шулай уҡ балалар менән төрлө күнекмәләр, иҫкәртеү саралары һәм юл хәүефһеҙлеге буйынса акциялар үткәрҙе. Осрашыу барышында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса аудио-видеороликтар күрһәтелгән. Водитель танытмаһын алғанға тиклем автомобиль менән идара итергә ярамағанлығы, вело-, мототранспорт менән идара иткәндә пассив һаҡланыу сараларын ҡулланыу ҡағиҙәләре аңлатылған. Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге тураһында ла мәғлүмәт еткерелгән.
Баш автоинспектор Владимир Севастьянов, был саралар балаларҙың юл-транспорт йәрәхәттәрен иҫкәртеү эшендә ыңғай һөҙөмтә биреренә ышанам, тип белдерҙе.
Фото: БР ЮХХДИ.