

Үҙ-ара һуғыш фажиғә менән тамамланған. Был хәл 2021 йылдың ноябрендә ҡунаҡханала булған.
Салауат ҡалаһынан 48 йәшлек ир танышының һөйәктәрен һындырған, был эске органдарҙың йәрәхәтләнеүенә килтергән. Зыян күреүсе урында вафат булған.
Судта ир үҙ ғәйебен танымай. Ул, ҡурҡҡанын һәм уның ғүмеренә хәүеф янаған, ә ҡасып китергә мөмкинлеге булмағанын әйтә. Уның һүҙҙәренсә, ул килеп тыуған хәлде алдан күрә һәм фараз итә алмай.
Шулай ҙа Благовещен район суды уны ғәйепле тип таныны һәм алты йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатты.
Фото: Т. Аманов