Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Марта 2023, 05:00

Улар ҙа торлаҡҡа сертификат аласаҡ

23 йәштән өлкән етем балалар Рәсәй Федерацияһының теләһә ҡайһы төбәгендә торлаҡ һатып алыуға сертификат аласаҡ.  

Улар ҙа торлаҡҡа сертификат аласаҡУлар ҙа торлаҡҡа сертификат аласаҡ
Улар ҙа торлаҡҡа сертификат аласаҡ

 

РФ Дәүләт Думаһында  закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Бындай механизм өлкәнәйгән етемдәр өсөн ҡаралған. Документҡа ярашлы, түләү алыу хоҡуғы менән 23 йәшкә еткән һәм йәмғиәттә уңышлы йәшәгән етем балалар файҙалана ала. Шулай уҡ улар закон проектында ҡаралған үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингән көнгә торлаҡ менән тәьмин ителеүгә мохтаждар исемлегендә торорға тейеш. Был 70 меңгә яҡын кешене торлаҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

 РФ Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күпселек төбәктәрҙә мохтаж булған барлыҡ етем балаларҙы 18 йәше тулғандан һуң торлаҡ менән бер юлы тәьмин итеп булмай һәм күрһәтелгән категорияға ҡараған кешеләр йыш ҡына 23 йәштән һуң, белем алып, эшкә урынлашып, никахҡа инеп, бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләй.

 

«Етем балаларҙың һәм улар иҫәбенән торлаҡ менән тәьмин ителеүгә мохтаж кешеләрҙең һанын иҫәпкә алып, закон проекты ошо категорияға ҡараған кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү формаларын киңәйтергә тәҡдим итә. Етем балалар иҫәбенән булған кешеләргә торлаҡ һатып алыуға милеккә йәки торлаҡ һатып алыуға бирелгән ипотека кредитын тулыһынса ҡаплауға түләү (сертификат) бирергә тәҡдим ителә», - тип аныҡлана документта. Етем балалар иҫәбенән кешегә торлаҡ һатып алыу өсөн түләү күләме Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы билдәләгән РФ буйынса дөйөм торлаҡ майҙанының 1 квадрат метры хаҡы нормативына һәм яңғыҙ йәшәгән гражданға торлаҡ майҙанының социаль нормаһына ярашлы уртаса 2 миллион 759,9 мең һум тәшкил итәсәк.

Аҡса алыуға хоҡуҡ сертификат менән раҫлана. Күрһәтелгән торлаҡты тартып алыуға рөхсәт ҡағыҙҙарын биреү тәртибен хөкүмәт раҫлай. Етем балаларҙы мутлашыусыларҙан яҡлау өсөн аҡсаны субъекттарҙың башҡарма власть органдары туранан-тура фатир һатыусылар иҫәбенә йәки уларҙы ипотека кредитын тулыһынса ҡаплау өсөн файҙаланған осраҡта) кредит ойошмаһы иҫәбенә йүнәлтәсәк.

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас