Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Марта 2023, 04:52

Ратмир Мәүлиев яуаплы вазифаға һайланған

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының эше былай ҙа бик яуаплы. Хәҙер тағы өҫтәмә бурыстары бар. Ратмир Мәүлиев, ышанысты аҡлармын, тип белдергән. 

Ратмир Мәүлиев яуаплы вазифаға һайланғанРатмир Мәүлиев яуаплы вазифаға һайланған
Ратмир Мәүлиев яуаплы вазифаға һайланған

Өфө мэры социаль селтәрҙә яҙыуынса, уны "Берҙәм Рәсәй" партияһының баш ҡала бүлексәһенең секретары итеп һайлағандар. 

"Ҡала, партия алдында ҙур бурыс тора - Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек тә, инфраструктура объекттарын төҙөү ҙә, торлаҡ-коммуналь мәсьәләләр ҙә. Бурыс күп. Яуаплылыҡ та ҙур. Беҙ партияның һәр проектын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, СВО-лағы егеттәргә лә, уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Ирекмәнлек йүнәлешен үҫтереүҙе көсәйтәсәкбеҙ. Аныҡ эштәр - өҫтөнлөклө. Бергә бөтә планды ғәмәлгә ашырасағыбыҙға ышанам. Беҙ - бер команда. Маҡсатыбыҙ - Өфөнө һәр яҡлап үҙәртеү", - тип яҙған Ратмир Мәүлиев "Бәйләнештә".

Фото: Ратмир Мавлиев (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас