Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2023, 06:50

Иғтибарһыҙлыҡ бәләһе

Фермала зоотехникты төкөткән.

Иғтибарһыҙлыҡ бәләһеИғтибарһыҙлыҡ бәләһе
Иғтибарһыҙлыҡ бәләһе

Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Йәрмәкәй районының  «Северная Нива Башкирия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 29 йәшлек хеҙмәткәре зыян күргән бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы.

Был хәл 19 мартта Йәрмәкәй районының «Семёно-Макарово» малсылыҡ комплексы биләмәһендә була. Тейәү-бушатыу эштәре барышында механизатор, тракторын артҡа биргәндә , зоотехникты төкөтә. Йәш ҡатын ауыр йәрәхәттәр алып, дауаханаға оҙатылған.

Тикшереү барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас