Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2023, 05:21

Диктант тексын тәҡдим ит

Иғтибар, яңы конкурс! Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстарға конкурс иғлан итә.

Диктант тексын тәҡдим итДиктант тексын тәҡдим ит
Диктант тексын тәҡдим ит

Конкурсҡа өс төрлө темаға текстар ҡабул ителә:
- башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн (220 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) - Башҡортостанда Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арналған текст;
- башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) - Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған текст;
- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) - «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына арналған текст.
Эштәрҙе bashdiktant2023@mail.ru электрон почтаһына 3 апрелгә (төнгө 11 сәғәткәсә) тиклем ебәрергә кәрәк.
Һәр йүнәлештә бер еңеүсе билдәләнәсәк, улар 5000 һум приз менән наградалана, авторҙың тексы Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ.
Еңеүселәр ойоштороу комитеты тарафынан билдәләнә.

#БашФонд #БашҡортТеле #БашДиктант2023

Фото (сығанаҡ): БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ФОНДЫ (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас