Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2023, 09:30

Бөгөн - Бөтә донъя һыу көнө

Бөтә Донъя һыу көнө һыу ресурстары торошона йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Кеше һыуһыҙ 3 – 5 көн генә йәшәй ала. Донъяла йылдан - йыл сөсө һыу запасы кәмей.    

Бөгөн -  Бөтә донъя һыу көнө
Бөгөн - Бөтә донъя һыу көнө

 

*Оло кешенең организмы 60 – 70 процентҡа һыуҙан тора, ә инде балаларҙыҡы – 80 процентҡа. Биш айлыҡ яралғының 94 проценты – һыу.

*Уртаса алғанда, кеше үҙ ғүмерендә 35 тонна һыу эсә.

*Ер йөҙөндә 400 миллионға яҡын кеше һыу етмәгән төбәктәрҙә йәшәй. Миллиардҡа яҡын кеше ябай эсәр һыуһыҙ интегә.

*Планетаның 70 процентын донъя океаны һыуы менән ҡаплап алынған.

*Бөтә һыуҙың 1,1 проценты ғына эсергә яраҡлы.

 

*Беҙҙең республикала  йылына бер кешегә 8750 куб метр һыу тура килә.

 

Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 57 километрҙан ашҡан 13 меңгә яҡын йылға бар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: