Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2023, 16:00

ЯҘҘЫ БҮЛӘК ИТӘМ ӘЛЕ ҺИҢӘ

Яҙҙы бүләк итәм әле һиңә Асылырға торған бөрөләр  Ҡояш нуры төшмәҫ бер мәлдә лә  Яҙ һауаһын нығыраҡ бөркөрләр. Үҙәндәрҙең иркен бүләк итәм.  Иләҫ-миләҫ иҫкән елдәрҙе.  Зифа талдар ҡосоп һыйындырған,  Турғай һуҙған талғын көйҙәрҙе. Шаян тамсыларҙың түбәләрҙән  Бер-бер артлы һикереп бейеүен,  Боҙҙан арыныуға һөйөнөп туймаҫ  Йылғаларҙың шарлап көлөүен. Ләйсән ямғырҙарҙы буләк итәм,  Гөрләүектәр йыуған тауҙарҙы,  Ҡар һыуҙары оҙатҡан инеш буйын..  Беләм - яратаһың уларҙы. Бүләк итәм ҡамыш һыҙғырғанын,  Киң болондо, ауылым таңдарын,  Көтөүсенең дәртле йырлауҙарын,  Сыбыртҡының ғорур яңғ(ы)рауын.... Яҙҙы бүләк итәм әле һиңә... РенатҒәлиәсҡар

ЯҘҘЫ БҮЛӘК ИТӘМ ӘЛЕ ҺИҢӘЯҘҘЫ БҮЛӘК ИТӘМ ӘЛЕ ҺИҢӘ
ЯҘҘЫ БҮЛӘК ИТӘМ ӘЛЕ ҺИҢӘ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас