

Өфөлә йәшәгән 85 йәшлек ирҙең өйөндә ятҡан 500 мең һум аҡсаны билдәһеҙ енәйәтселәр "приколдар банкы" купюраларына алыштырған.
Ә 52 йәшлек ҡатынға төрлө номерҙарҙан "брокерҙар" шылтыратҡан. "Инвестициялар" менән ҡыҙыҡтырған мутлашыусыларҙың ҡармағына ҡапҡан ҡатын кредит карталарынан бер миллион һумдан ашыу аҡсаны төрлө иҫәптәргә күсергән.
Ошо факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.