

Яҙғы ташҡын эҙемтәләрен кәметеү маҡсатында граждандарға йорт эргәһендәге биләмәне ваҡытында ҡарҙан таҙартырға, канауҙарҙы, һыу ағыҙған һәм һыу үткәреү торбаларын да таҙартып ҡуйырға кәрәк. Йорт тирәһенә сүп-сар йыймағыҙ. Подвалдарҙан, баҙҙан бөтә ҡыйбатлы нәмәләрҙе алырға. Эвакуацияға кәрәкле әйберҙәрҙе: документтар, аҡса, кейем-һалым, шәхси кәрәк-яраҡ, тейешле медикаменттарҙы әҙерләп ҡуйырға.
Фото: МЧС РБ.