

Тимерғәле Рәлис улы социаль селтәрҙә яҙыуынса, Донбасста һәр километр, һәр урам бында оҙаҡ йылдар хәрби хәрәкәттәр барыуы тураһында һөйләй.
"Халыҡ көн һайын бомба ташлауҙарынан, атыштан ҡото алынып йәшәй. Нацистарҙың бындай һөжүменән ябай кешеләр үлә, иң ҡурҡынысы - бер ғәйепһеҙ балаларҙың ғүмере өҙөлә..." - тип яҙа эшҡыуар.
Гуманитар ылауҙы алып барыусылар Донецкиға ингәндә мәрхүм балаларға арналған мемориаль комплексҡа ла туҡталған.
"Таш плитала атакаларға һәләк булған балалар исемдәре яҙылған. Иң бәләкәсенә ни бары бер йәш. Уларҙың күплеген күреп, исемдәрен уҡып, тамаҡҡа төйөр тығыла", - ти Тимерғәле Уразғолов.
Ирекмәндәр яугирҙарыбыҙға бар кәрәкле нәмәне алған. УАЗ машинаһы ла бар. Ылау бөтә республиканан, айырыуса Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан йыйылған.
Яу яланында һәммәһе лә имен булһын! Иҫән-һау ҡайтырға яҙһын!