

Смузи – блендерҙа иҙелгән еләк-емеш, йәшелсә, үләндәргә һыу, һөт, йогурт ҡушып яһалған ҡуйы эсемлек.
Йәшелсә, емеш-еләктәрҙәге витаминдар оҙаҡ һаҡланғанлыҡтан ул организмға көс бирә, туҡландыра. Көнөнә бер нисә порция смузи эсеү бер көнлөк йәшелсә һәм еләк-емеш нормаһына тиң.
Ябай ғына смузины һоло көрпәһе, груша, алма, апельсин, йогуртты блендерҙа иҙеп әҙерләргә була. Йәшелсәнән дә тәмле килеп сыға.
Моғайын да, туңдырғысығыҙҙа йәйҙән йыйып һалынған емеш-еләктәрегеҙ яталыр. Ҡатыҡҡа уларҙы ҡушып иҙһәгеҙ, ауылса бына тигән смузи килеп сыға ла инде.
Фото: