Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2023, 08:30

"Сихырсыны" табырға ярҙам кәрәк!

Белоретта билдәһеҙ ҡатын әбейгә фатирына тиклем барып етергә ярҙам иткән дә, уға боҙом һалыуҙарын хәбәр иткән. Ә күпселек ул һүҙҙе ишетһә, ҡото оса бит, был пенсионер ҙа ҡурҡып, боҙомдан ҡотолоу йолаһын атҡарыр өсөн осраҡлы әтрәгәләмде өйөнә индергән. Ең һыҙғанып "йола" башҡарырға тотонған мутбисә өйҙә булған бөтә аҡсаны һорап алған. Шунан әбекәйгә бер стакан һыу килтерергә ҡушҡан.

"Сихырсыны" табырға ярҙам кәрәк!"Сихырсыны" табырға ярҙам кәрәк!
"Сихырсыны" табырға ярҙам кәрәк!

Пенсионер 130 мең һумды ят кешегә тоттороп, стакан артынан аш бүлмәһенә аҡһап барып әйләнеп килгәнсе, ҡунағы аҡсаны "приколдар банкы" купюраларына алыштырған.

Был ваҡиға шаһиттарының 8 (34792) 3-24-02, 3-33-02 телефондары буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

"Сихырсы" үҙ ҡылығы өсөн яуап бирһен өсөн, башҡаларҙы ла алдамаҫ борон, уны мотлаҡ тоторға кәрәк. 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас