Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2023, 06:50

Үҙҙәре ойоштора ала

Эшҡыуарҙар контроль-күҙәтеү органдарының иҫкәртеү саралары үткәреүгә килеүен үҙҙәре ойошторорға хоҡуҡлы.  

Үҙҙәре ойоштора алаҮҙҙәре ойоштора ала
Үҙҙәре ойоштора ала

 

Был РФ Хөкүмәтенең 2022 йылдың 10 мартындағы 336-сы «Дәүләт контролен (күҙәтеүен), муниципаль контролде ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре тураһында»ғы ҡарарына тейешле үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Башҡортостандың бизнес вәкилдәре үҙҙәренә бирелгән мөмкинлекте тормошҡа ашыра башланы. Өфө эшҡыуарының ғаризаһы буйынса Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы быйыл тәүге профилактик эш үткәрҙе. Март айында ведомство Ҡырмыҫҡалы районы эшҡыуары саҡырыуы буйынса тағы ла бер профилактик визит уҙғарырға ниәтләй. Шулай уҡ март айында эшҡыуарҙың инициативаһы буйынса БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы яғынан иҫкәртеү эше планлаштырылған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас