

"... Береһе - баш ҡаланың Киров районындағы Локотки ауылында. Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау, үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнгән "Матрикс Универсал" компанияһында сылбырлы "Фермер РБ" тракторҙарын эре узеллап йыйыу башланды. Уларҙың нигеҙендә Минск тракторҙар заводы составындағы Мозырь машиналар төҙөү заводы ебәргән "Беларусь-2103" тракторы машина комплекттары ята. Бындай техника тупраҡты тығыҙламай һәм ҙур һорау менән файҙалана. Әлеге мәлдә төбәктә бындай класлы сылбырлы тракторҙарҙы килтереү йәһәтенән башҡа альтернатив мөмкинлек юҡ. Бындай техниканы йылына 100 дана етештерергә ниәтләйбеҙ.
Был - Беларусь Республикаһындағы коллегалар менән хеҙмәттәшлек итеүҙең бер һөҙөмтәһе. Беҙ шулай итеп эҙмә-эҙлекле эш мөнәсәбәттәре төҙөйбөҙ һәм ул үҙ һөҙөмтәһен бирә. Йәйгеһен иһә "Өфө" индустрия паркы биләмәһендә беҙ "Амкодор" менән игенде ырҙында эшкәртеү техникаһын етештереүҙе асасаҡбыҙ.
Стәрлетамаҡ районында иһә "БашАгроМаш" компнаияһының яңы цехы үҙ эшен башланы. Унда "Чулпан-100" сапҡыстарын тулыһынса йыйыу башҡарыласаҡ. Конструкцияһы - беҙҙеке, двигателе - ММЗ. Был сапҡыстар беҙҙең аграрийҙарға яҡшы билдәле һәм сит ил аналогтарына бирешмәй. Өҫтәүенә улар Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, "Росагролизинг" аша льготалы программа аккредитацияһы үткән.
Беҙҙең яңы производстволарҙың мөмкинлектәре ҙур. Барығыҙға ла уңыштар!"