Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2023, 04:46

Рәсәйҙә яңы бренд барлыҡҡа килде - Мансур граниты

"Роспатент" тарафынан теркәлгән ятҡылыҡ Учалы районында урынлашҡан. Был турала РФ Федерация Советы комитеты етәксеһе, сенатор Лилиә Ғүмәрова хәбәр иткән.

Рәсәйҙә яңы бренд барлыҡҡа килде - Мансур гранитыРәсәйҙә яңы бренд барлыҡҡа килде - Мансур граниты
Рәсәйҙә яңы бренд барлыҡҡа килде - Мансур граниты

«Мансур граниты» - Башҡортостандың географик күрһәткесле ("ГУ") тәүге төбәк бренды.

"Бығаса беҙҙә "тауарҙың сығышы буйынса урыны күрһәтелгән" ("НМТТ") алты бренд теркәлгәйне. Улар - башҡорт балы, ҡурай, Бөрйән бал ҡорто, Асы, Ҡорғаҙаҡ, Йоматау минераль һыуҙары", тип яҙған сенатор социаль селтәрҙә.

Фото: Лилия Гумерова (vk.com)

 

Рәсәйҙә яңы бренд барлыҡҡа килде - Мансур граниты
Рәсәйҙә яңы бренд барлыҡҡа килде - Мансур граниты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас