

Бөгөн республиканың төньяҡ райондарында бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Башҡа райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһы көндөҙ – 4... 9 градус, таулы райондарҙа 13 градусҡа тиклем йылы. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.
22 мартта республиканың төньяғында бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1...-6 градус, көньяҡ-көнсығышта -11 градусҡаса, көндөҙ 4... 9 градус, таулы райондарҙа 13 градусҡа тиклем йылы.
Фото: Т. Аманов