Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2023, 04:35

Изге эш онотолмай

Махсус хәрби операциянан ваҡытлысак ялға ҡайтҡан хәрби ауылдаштарына бүләк эшләгән.

Изге эш онотолмайИзге эш онотолмай
Изге эш онотолмай

 Күптән түгел генә  Әбйәлил районы халҡы күмәкләп күстәнәс бешереп, йылы әйберҙәр бәйләп, уларҙы гуманитар конвойҙар менән махсус операцияла ҡатнашыусыларға ебәрҙе.

Изгелек онотолмай. Махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡайтҡан Риф Аҫылғужин Ҡужан ауылы халҡына бүләк яһаған. Отпуск ваҡытында ул тәүҙә  ауылдаштарына концертҡа инеү хаҡын үҙе түләгән, яңыраҡ иһә ауыл клубы өсөн музыка аппаратураһы һатып алған. Ҡужан халҡы Риф Шәһәрғәзи улына рәхмәт белдерә һәм имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләй!

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас