

Былтыр декабрҙә Башҡортостанда йәшәгән ир Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 2 йәшлек ҡыҙын әсәһенең рөхсәтенән тыш сит илгә алып сыға.
Тәфтиш комитеты был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Әлеге ваҡытта тикшереү сиктәрендә ир менән баланың ҡайҙалығын асыҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрелә.
Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин республика идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Пашнинға тикшереү барышы тураһында хәбәр итергә ҡушҡан.