

- Социаль эш һәр саҡ кәрәкле һәм бер ҡасан да тулыһынса автоматлаштырыла алмаясаҡ. Һуңғы йылдарҙағы демографик тенденцияларҙы, йәғни ғүмер оҙонлоғо артыуын иҫәпкә алғанда, был белгестәргә киләсәктә ихтыяж артыуын күҙалларға мөмкин, - ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Уның белдереүенсә, өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар араһында иғлан ителгән «Социаль хеҙмәт - эш менән сағыштырғанда күберәк» видеороликтар конкурсы тап ошо һөнәргә иғтибар итә. Бындай конкурсты беренсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Маҡсаты - социаль тармаҡ һөнәрҙәрен популярлаштырыу һәм абруйын күтәреү, йәмәғәтселек иғтибарын социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж кешеләрҙең проблемаларына йәлеп итеү.
Әйткәндәй, Башҡортостанда икенсе йыл инде оҙайлы ҡарау буйынса федераль пилот проекты ғәмәлгә ашырыла. Һәр районда һәм ҡалала социаль координаторҙар хеҙмәте барлыҡҡа килгән.
Социаль хеҙмәт күрһәтеү талап ителһә, ошо телефонға шылтыратырға мөмкин:
8 800-775-00-14 (Республиканский центр социального обслуживания населения).
Башҡортостандың социаль координаторҙарының телефондары һәм адрестары.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.