

Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводы 23 мартта кадрҙар йыйыу ойоштора . Оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеһына эшселәр кәрәк. Быйыл бында хеҙмәткәрҙәр һаны 10 процентҡа артҡан.
«Хәҙер Рәсәй Оборона министрлығының дәүләт заказын үтәүсе «Авангард» күтәрелеш осоронда – заказдар арта, шуға ярашлы кадрҙарға ихтыяж арта, – тип бип белдергән Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Эш хаҡы һәм предприятиела эшләү шарттары лайыҡлы, быйыл эш хаҡы 15 процентҡа индексацияланды. Завод етәкселеге шулай уҡ хеҙмәткәрҙәренә ипотека ставкаһының яртыһын түләргә ниәтләй. Бынан тыш, ошо көндәрҙә Башҡортостандың оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашыу өсөн эшһеҙ граждандарҙы уҡытыу программаһы тормошҡа ашырыласаҡ субъекттар исемлегенә инеүе билдәле булды. Йәғни тиҙҙән «Авангард»тың коллективына ҡушылып, мәшғүллек үҙәктәре аша уҡып сығырға мөмкин буласаҡ.
Завод үҙенең буласаҡ хеҙмәткәрҙәренә рәсми эшкә урынлашыу һәм бушлай туҡланыу менән социаль пакет тәҡдим итәсәк.
«Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһынан тыш (шартлатҡыс матдәләр етештерә), тағы ла ике ҙур Стәрлетамаҡ ҡалаһы заводы: «Синтез-Каучук» һәм Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы эшселәр эҙләй.
Кадрҙар йыйыу 23 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем ҡала мәҙәниәт һарайының (элекке «Сода» мәҙәниәт һарайы) Туҡай урамындағы филиалында үтә.