

Яңы ай башында (бәлки, тәүге аҙнаһында) барыһы ла яҙса булыуы ихтимал. Ә артабан көтөлмәгәнсә төнгө һыуыҡтар, ҡырау, ҡарлы ямғыр, боҙлауыҡ (тимәк, ҡар иреп бөтмәйәсәк) фаразлана.
Элегерәк Мәскәүҙәге көн торошо ике-өс көндән беҙгә килеп етә торғайны. Әле был “ҡағиҙә” йә эшләй, йә эшләмәй. Ә Мәскәүҙә апрель башында һыуыҡ, дымлы, елле була, тиҙәр. Көндөҙ +7, +8 градустан да йылыраҡ булмаҫ, моғайын. Төнөн – нуль. Ай уртаһында ла көн торошо тотороҡһоҙ.
Ысын йылы 20 апрелдән һуң ғына етәсәк. +15, +17 градус буласағы фаразлана.
Ҡыҫҡаһы, йылы кейемдәрҙе бигүк алыҫҡа йыймай торорға кәрәктер.
Фото: Юлай Кәримов.