Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2023, 06:20

"Агростартап" : проектың переспективалымы?

БР Ауыл хужалығы министрлығында «Агростартап» гранттары конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы.  

"Агростартап" : проектың переспективалымы?"Агростартап" : проектың переспективалымы?
"Агростартап" : проектың переспективалымы?

 

 Быйыл һөтсөлөк һәм мал аҫырауҙа проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн яңы эш башлаған ауыл эшҡыуарҙары араһында популяр программаларҙың береһе буйынса дәүләт ярҙамы 5-тән 7 миллион һумға тиклем, башҡа ауыл хужалығы йүнәлештәре буйынса 3 миллиондан 5 миллион һумға тиклем арттырылды. Ошо маҡсаттан быйыл программаны ғәмәлгә ашырыуға 98 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла.

– Дәүләт ярҙамының баҙарҙа талап ителгән продукция етештерә алырлыҡ ныҡлы хужалыҡтар булдырыуға һәм уларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеүе мөһим. Шуға күрә «Агростартап» грантына конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡатмарлы имтихан көтә. Аҡсаны иң әҙерлекле һәм перспективалы проекттары булған дәғүәселәр генә ала аласаҡ, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

  Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2023 йылдың 3 апреленән 17-һенә тиклем Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә (ял көндәренән тыш). Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас