Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2023, 18:30

Афәт урап үтһен!

Ташҡынды имен-аман үткәреү буйынса сараларға республика бюджетынан алты миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Афәт урап үтһен!Афәт урап үтһен!
Афәт урап үтһен!

- Ҡайһы бер эштәр - ярҙарҙы нығытыу, йылға үҙәндәрен таҙартыу, гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса эштәр - үткән йылда башҡарылды, - тип белдерә республиканың Премьер-министры Андрей Назаров. - Әле ашығыс хеҙмәттәр даими күҙәтеү алып бара һәм һаҡланыу сараларын күрә, кәрәк булғанда шартлатыу эштәрен башҡара. 15 меңдән ашыу кеше, 3 меңдән ашыу техника берәмеге һәм 173 берәмек йөҙөү сараһы ташҡынға әҙер. 57 автоматик гидромониторинг посы йәлеп ителгән, халыҡҡа хәбәр итеү системаһы, кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнгән. Барыһы ла һыу баҫыу зонаһында йәшәгәндәргә ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлай. 

Тағы ла бер нәмә хаҡында әйтергә теләйем. Зинһар өсөн, һаҡ булығыҙ, һыу ятҡылыҡтарына йөрөмәгеҙ. Яҙғы боҙ бик мәкерле, үҙеңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ярамай. Хәүеф янаған төбәктә йәшәгәндәргә айырым мөрәжәғәт итәм. Әгәр хәл һеҙҙең өсөн хәүефле булһа, хәүеф-хәтәр килеп тыуһа, эвакуацияға ҡаршы килмәгеҙ. Йәшәү һәм һаулыҡтан да мөһимерәк нәмә юҡ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Афәт урап үтһен!
Афәт урап үтһен!
Афәт урап үтһен!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас