Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2023, 07:30

8 мең һум өсөн 95 йәшлек ветеранды үлтергән

Илеш районында йәшәгән 64 йәшлек ир 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтереүҙә ғәйепләнә. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

8 мең һум өсөн 95 йәшлек ветеранды үлтергән8 мең һум өсөн 95 йәшлек ветеранды үлтергән
8 мең һум өсөн 95 йәшлек ветеранды үлтергән

 2022 йылдың 25 авгусында ғәйепләнеүсе иҫерек көйө  ветеранды таларға килә. Ҡорал итеп ул осло металл, билдәһеҙ сәнсеү-ҡырҡыу әйберен һәм газ баллонын файҙаланған. Ғәйепләнеүсе оло йәштәге иргә 26 тапҡыр  һуҡҡан һәм 8 мең һум аҡсаһын урлаған. Алынған йәрәхәттәрҙән пенсионер урында йән биргән. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен танымай. Енәйәт эше ҡарау өсөн Башҡортостандың Юғары судына ебәрелгән.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас