Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Марта 2023, 05:15

Яугирҙарға - журнал

Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге батальоны яугирҙарына гуманитар ярҙам ебәргәндә "Ағиҙел" журналының бер нисә һанын да һалғандар. Беләһегеҙ, унда башҡорт егеттәре күп, шулай уҡ татарҙар ҙа телебеҙҙе аңлай. "Ағиҙел"де яугирҙар бик ҡыуанып ҡабул иткән.

Яугирҙарға - журналЯугирҙарға - журнал
Яугирҙарға - журнал

Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итәләр.

"Егерь", "Муса", "Эльдорадо", "Ҡурай", "Бөрйән" һәм башҡа ҡушаматлы егеттәребеҙ йылы сәләм ебәргән.

"Башҡорт телендә сыҡҡан бер быуатлыҡ журналыбыҙ шул ҡәҙәр ҡәҙерле бүләк булды. Беҙ уның һәр һанын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйбыҙ. Тыуған ерҙән ситтә милли баҫмаларҙың, туған телдең тәмен айырыуса ныҡ тояһың икән! Күңел рухи ҡиммәттәргә сарсай. "Алла бирһә, тыуған яғыбыҙға имен-аман әйләнеп ҡайтырбыҙ, милли баҫмаларыбыҙҙы күмәкләп алдырып уҡырбыҙ" тип һөйләшеп ҡуйҙыҡ", ­- тигән Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙары.

Яугирҙарға ныҡлыҡ, ихтыяр көсө, барыһының да имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Фото һәм сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)

Яугирҙарға - журнал
Яугирҙарға - журнал
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас