Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 12:28

Янғындар...

Кисә Нефтекамала ике бүлмәле фатирҙа ут сыҡҡас, янғын һүндереүселәр унан өс кешене ҡотҡарған. 48 кеше үҙ аллы эвакуацияланған. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Янғындар...
Янғындар...

Тәүлек эсендә республикала шәхси секторҙа 18 янғын теркәлгән. Шул иҫәптән, Нефтекамала ике фатирҙа, Благовещенда - йорт мөлкәте, Стәрлетамаҡта, Йәрмәкәй, Иглин райондарында - йорттар, Бишбүләк районында - аш бүлмәһе, Шишмә районында, Нефтекамала - мунсалар, Ғафури районында - һарай, Учалыла - веранда, Өфөлә машина янған.

Йорт-ерегеҙгә күҙ-ҡолаҡ булығыҙ!

Фото: МЧС РБ.

Янғындар...
Янғындар...
Янғындар...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: