Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 14:26

Радий Хәбиров төҙөлөшкә яуапһыҙ ҡараған ойошмаларҙы әрләне

ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә туҡтап ҡалған төҙөлөштәр, намыҫһыҙ подрядсылар тураһында һүҙ булды.

Радий Хәбиров төҙөлөшкә яуапһыҙ ҡараған ойошмаларҙы әрләне
Радий Хәбиров төҙөлөшкә яуапһыҙ ҡараған ойошмаларҙы әрләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт Рәйесенән һәм үҙенең Хакимиәтенә Күмертауҙағы "Шахтер" стадионы төҙөлөшөнә бәйле мәсьәләне тикшерергә ҡушты. Баҡһаң, төҙөлөш туҡтап ҡалған икән.

"Барығыҙ, кәңәшмә үткәрегеҙ - проблеманы хәл итеү юлын табырға кәрәк. Мин стадион проектын шәхсән башланым, ул ҡала үҙәгендә, матур урында, тик төҙөлөштөң туҡтауы дөрөҫ түгел. Төҙөүселәр тәүҙә бер хаҡ әйтте, унан - икенсене. Элекке мэр ҙа ҡайҙалыр хаталанды. Тимәк, ул тиклем үк ҙурайтыу кәрәкмәгән. Бер күләмде алырға ла, эшләргә, асырға ине. Был тәртипһеҙлек инде өсөнсө йыл дауам итә", - тип ризаһыҙлығын белдерҙе Радий Хәбиров.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: