Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Марта 2023, 04:25

Пенсионерҙар йога менән шөғөлләнәсәк

"Демография" милли проектының "Өлкән быуын" федераль программаһы буйынса ололарға иғтибар көсәйә. Ошо көндәрҙә Дәүләкән ҡалаһындағы "Изге эш" социаль үҙәгендә ҡыҙыҡлы проект башланды.

Пенсионерҙар йога менән шөғөлләнәсәкПенсионерҙар йога менән шөғөлләнәсәк
Пенсионерҙар йога менән шөғөлләнәсәк
«Тән һәм йән гармонияһы» тип аталған был проект йога менән шөғөлләнеүгә бәйле. Унда пенсионерҙар һаулығын бушлай нығыта ала. Йога менән шөғөлләнеү өсөн бөтә кәрәкле нәмә бар, тренер ҙа халыҡты көтә. Дәрестәр апрелдә башланасаҡ. Әйткәндәй, ул ҡалала бер нисә майҙансыҡта ойошторола. Барыһы ла - өлкәндәргә уңайлы булһын өсөн.
Был проект РФ Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү гранттары конкурсында еңеү яулаған.
 
Фото: Дәүләкән районы хакимиәтенән.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас