

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән бергәләп 65 яңы санитар автомобиль асҡысын республиканың 37 ҡала һәм районы дауаханалары һәм поликлиникаларының баш табиптарына тапшырҙыҡ, – тип хәбәр итә социаль селтәрҙәрҙә БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Планлаштырыуыбыҙса, медицина учреждениелары беренсел медицина звеноһы өсөн автомобилдәр генә түгел, ашығыс медицина ярҙамы машиналары ла ала. Шулай уҡ беҙҙең профилактикалау звеноһы ла ҙур автопаркка эйә буласаҡ: 10 күсмә фельдшер-акушер пункты һәм медосмотр үткәреү өсөн комплекстар.
Беҙҙең маҡсат – ҡайҙа талап ителеүенә ҡарамаҫтан, һәр республика кешеһенә медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелһен. Автопаркты яңыртыуҙы быйыл дауам итәсәкбеҙ.