Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 14:13

Машинаны урлап ҡасырға маташҡан

Бөгөн иртән Силәбе өлкәһенән 20 йәшлек егет Өфө ҡалаһының К.Маркс урамында торған "Ауди Q7" машинаһын урлап ҡасҡан.

Машинаны урлап ҡасырға маташҡан
Машинаны урлап ҡасырға маташҡан

Уны Ауырғазы районында, Өфө-Ырымбур юлының 81-се саҡрымында, баҫтырып тотҡандар. Егеттең водитель таныҡлығы ла юҡ бит әле.

Автобурға ҡарата бер нисә эш асылған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: