Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 13:30

Мәйетте ауыл буйлап һөйрәткән...

Дүртөйлө районы Семилетка ауылынан 51 йәшлек ир яңы танышына - Һыуыҡҡул ауылында атаһында ваҡытлыса йәшәгән 45 йәшлек иргә ҡунаҡҡа килгән. Өйөндә генә ултырһасы...

Мәйетте ауыл буйлап һөйрәткән...
Мәйетте ауыл буйлап һөйрәткән...

Ике ир көнө буйы араҡы эскән, кискә ҡарай мунсаға күсеп, күңел асыуҙы шунда дауам иткәндәр. Ҡайһылыр бер мәлдә араларында бәхәс ҡубып, хужа ҡунағының муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Ҡунағы үлгәс, уны пленкаға урап, аяғын бәйләп, тросҡа эләктереп, зыяратҡа һөйрәткән. Ярты юлда трос өҙөлгәс, мәйетте шунда ҡалдырып, ҡайтып киткән. Иртән "табылдыҡ"ҡа юлыҡҡан кешеләр был турала полицияға хәбәр иткән. Оператив-эҙләү саралары барышында кеше үлтереүсенең кемлеген белгәндәр.

Полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алған, енәйәт эше асылған. Тикшереү дауам итә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Мәйетте ауыл буйлап һөйрәткән...
Мәйетте ауыл буйлап һөйрәткән...
Мәйетте ауыл буйлап һөйрәткән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: