

Баҡтиһәң, был ике тәмләткес аш эшкәртеү системаһына ыңғай йоғонто яһау һәләтенә эйә, шунлыҡтан ябығыу өсөн уларҙы ҡулланғанда яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеп була. Был мәғлүмәт ҡыҙыҡһындырыу уятһа, түбәндәге рецепт буйынса төнәтмә әҙерләргә мөмкин.
Уны әҙерләү өсөн 1 л һыу, бер таяҡса дәрсен, 5 лавр япрағы алына. Бер литр һыуға дәрсен менән лавр япрағын һалып, 15 минут ҡайнатырға һәм уттан алып, һыуынғанын көтөргә. Әҙер төнәтмәне көнөнә бер тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә. Тәжрибә күрһәтеүенсә, был сәй ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бил үлсәмен 7 см-ға тиклем кәметергә ярҙам итә.
Кемдәргә ярамай?
Әммә бар кешегә лә был сәйҙе эсеү килешмәй. Мәҫәлән, ауырлы, бала имеҙеүсе ҡатындарға, 6 йәшкә тиклемге балаларға, йыуан эсәк, Крон ауырыуҙары менән яфаланыусыларға һәм бауыр эшләп етмәгәндә уны ҡулланыу тыйыла. Әлбиттә, һәр үлән сәйен ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.