Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 16:27

Константин Толкачев рота командиры менән осрашты

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостандан рота командиры Иван К. менән осрашты. Офицер беҙҙең республикабыҙҙан мобилизацияланған хәрбиҙәр хеҙмәт иткән подразделениены етәкләй. Әле ул Өфөлә ике аҙналыҡ ялда.

Константин Толкачев рота командиры менән осрашты
Константин Толкачев рота командиры менән осрашты

Константин Толкачев подразделениеға тепловизор тапшырҙы. Уны бағымсыларҙың аҡсаһына хәрбиҙәрҙең үтенесе буйынса депутаттар алған.

– Беҙ был егеттәргә генә түгел, ә башҡа хәрби хеҙмәткәрҙәргә лә, йәғни мобилизацияланғандарға ла, үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла ярҙам итәбеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Беҙ уларҙың бер мөрәжәғәтен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, подразделениеларҙың командирҙары менән бәйләнештә торабыҙ. Уларҙың һорауҙары буйынса транспорт, экипировка, техника һатып алабыҙ. Бының өсөн финанс мөмкинлектәр эҙләйбеҙ. Махсус хәрби операцияның уңышы – беҙҙең уртаҡ бурыс, шуға күрә ул йәмғиәтте берләштерә.

Фото һәм сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: