Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 14:10

Иң ҙур проблема - юлдағы соҡорҙар

Ҡар иреү менән юлда соҡор-саҡырҙар маҙаға тейә башланы. Халыҡ та юл торошона күберәк иғтибар итеүҙе һорай.

Иң ҙур проблема - юлдағы соҡорҙар
Иң ҙур проблема - юлдағы соҡорҙар

ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә БР Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, бер аҙнала юл япмаһындағы соҡор-саҡырҙар тураһында 1200 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Өфө халҡы был йәһәттән бигерәк әүҙем: ете көндә проблема тураһында 102 мөрәжәғәт яҙған. Стәрлетамаҡтыҡылар, Октябрьскийҙыҡылар ҙа соҡорҙарҙан ялҡҡан инде. 

Яҙ етеүгә юл торошо, ғәҙәттә, һәр кемде борсоуға һала. Сөнки ҡар иреүгә асфальт та емерелә, соҡорҙары күбәйә. Тиҙҙән юлдарҙы тәртипкә килтереү әүҙемләшәсәк.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: