Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 16:00

Баш синоптик: илдең 10 төбәгендә ташҡын көслө буласаҡ

Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд әйтеүенсә, быйыл ташҡында бер нисә ҙур ҡаланы ла һыу баҫыу ихтималы бар. Шул иҫәптә – беҙҙең республика ҡалаһы ла.

Баш синоптик: илдең 10 төбәгендә ташҡын көслө буласаҡ
Баш синоптик: илдең 10 төбәгендә ташҡын көслө буласаҡ

“Мәҫәлән, Ленинград өлкәһендә – Тихвин, Тосно, Любань, Вологда өлкәһендә – Великий Устюг кеүек ҡалалар, Смоленск, Брянск, Өфө, Рязань, Тула янындағы йылғалар ярынан ашып сығыуы мөмкин”, – тигән Вильфанд әфәнде.

МЧС-тан да тәүге ташҡындарҙан илдең 13 төбәгендә зыян күреүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Көндәр ҡапыл йылынып, ҙур ташҡын башланһа, унан да күберәк төбәктең йылғалары ярҙан сығыуы ихтимал.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: