Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 15:55

Алтынсы йыл рәттән – иң бәхетлеләре

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында йыл һайын иң бәхетле илдәр исемлеген төҙөйҙәр, имеш. Унда скандинав иле берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәй.

Алтынсы йыл рәттән – иң бәхетлеләре
Алтынсы йыл рәттән – иң бәхетлеләре

Биш йыл рәттән алда торған Финляндия быйыл да башҡаларҙы әллә нисәмә йөҙ мәрәйгә артта ҡалдырған. Иң бәхетле өс ил исемлегендә Дания менән Исландия ла бар. Йәнә лә Израиль, Нидерланды, Швеция, Норвегия, Швейцария, Люксембург, Яңы Зеландия рейтингтың тәүге урындарында тора. Беҙҙең Рәсәй 70-се урында. Дөйөм алғанда, 146 ил баһаланған. Бәхетте иҫәпләүгә ғүмер оҙонлоғо, социаль ярҙам, коррупция кеүектәрҙер күрһәткестәре ингән.

Афғанстан менән Ливан исемлектә – иң арттағылар. Аңлашыла ла: унда күпме йыл һуғыш бара.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: