

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡала хакимиәте етәксеһе Азамат Юлдашбаев 15 мартта ҙур гумконвой составында алыҫ һәм хәүефле юлға сыҡҡан ине. Сибайҙар яҡташтарына йылы кейем, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, шәхси посылкалар, махсус ҡорамалдар алды.
Кисә Азамат Мырҙағәле улы сәфәрҙән ҡайтты. Сайтҡа үтеп уның МХО зонаһында алған тәҫьораттары менән танышығыҙ.
"... Яҡташтарға кәрәкле ҡорамал, аҙыҡ-түлек, әйберҙәр, дарыуҙар, өйҙәренән посылкалар алып барҙыҡ. Йөктөң бер өлөшөн һалдаттарҙың үҙҙәренә тапшыра алдыҡ, ҡалғанын хеҙмәттәштәре илтәсәк.
Беҙ егеттәрҙең һорағанын үтәргә тырыштыу, улар ярҙам иткәнде яҡшы баһаланы. Сираттағы гуманитар сәфәрҙә килтерербеҙ тип кәрәккәнде яҙып алдыҡ.
Алғы һыҙыҡта яҙ еткән һәм яугирҙәрҙең кәйефе көр. Барыһы ла киләсәк отпускыны көтөп йөрөй.
Егеттәрҙең һәм үҙемдең исемдән гуманитар конвойҙы ойоштороуҙа ярҙам иткәндәргә рәхмәт белдерәм.
Сәфәрҙә бергә булғандары өсөн ҡала Советы депутаты Әхәт Аҫылбаевҡа, Дәүләт драма театры директоры Илнур Әдрәшитовҡа һәм башҡа коллегаларға ла рәхмәт!
Транспорт өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығына, МХО зонаһында оҙатып йөрөүҙе ойошторғанға - Азат Бадрановҡа, экипировка биргән өсөн яҡташыбыҙ Замир Йәнтүринға ҙур рәхмәт!
Беҙ, барыбыҙ ҙа - көс! Еңеү мотлаҡ беҙҙең арттан буласаҡ!" - тигән ул.