Бөтә яңылыҡтар

Шарандарҙың МХО-лағы яҡташтарына оло ярҙамы

Райондың Дүртөйлө ауылы халҡы биш ишекле "Нива" автомобиле һатып алған һәм махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтарға алып барып тапшырған. Был оҙайлы һәм хәүефле эште Павлов Данил, Трофимов Андрей, Кадыров Вильсур һәм Лобанов Николай башҡарған. Ә машинаны һатып алыу идеяһы менән Руслан Трофимов сығыш яһаған. Ул быға аҡса бүлгән, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары ла финанслата ярҙам иткән.

Шарандарҙың МХО-лағы яҡташтарына оло ярҙамы
Шарандарҙың МХО-лағы яҡташтарына оло ярҙамы

Бының турала район хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов соцселәрҙәрҙә яҙып үткән.

... Дүртөйлөләр техника менән бер рәттән фронтҡа кәрәк-яраҡ һәм өй күстәнәстәрен ебәргән.

Әйтергә кәрәк, был ауыл биләмәһе тәүгә генә гуманитар йөк оҙатмай. Яңыраҡ Трофимов Вадим һәм Трофимов Андрей МХО зонаһына ҡиммәтле квадрокоптер алып барған.

Дүртөйлө ауылы халҡына һәм унда тыуып үҫкәндәргә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткәндә битараф булмауҙарына оло рәхмәт белдерәм!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в