Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Марта 2023, 10:00

Реанимация машинаһы ихатала батҡан

Өфөлә реанимация машинаһы Академик Ураҡсин урамындағы 1-се йорт ихатаһында батҡан. Был хаҡта «БашДТП» телеграм-каналы хәбәр итә.

Реанимация машинаһы ихатала батҡанРеанимация машинаһы ихатала батҡан
Реанимация машинаһы ихатала батҡан

Шаһиттар әйтеүенсә, юлдағы колеяға эләгеү арҡаһында водитель 30 минут буйы урынынан ҡуҙғала алмай.

 

«Реанимобиль бер сәғәт буйына йорт ихатаһында торҙо, ярай бер кемде лә дауаханаға оҙатырға кәрәк түгел ине. Реанимация водителе икенсе "Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡырҙы, ул 30 минуттан килде һәм машинаны тартып сығарҙы», - тип һөйләй ошо хәлдең шаһиты.

 

Йортта йәшәүселәр идара итеүсе компанияның граждандарҙың мөрәжәғәттәрен һәр ваҡыт иғтибарһыҙ ҡалдырыуын белдерҙе.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас