+4 °С
Болотло
Аяҡтарҙың өшөүе ваҡ ҡан тамырҙарының зарарланыуы тураһында һөйләй. Бауыр насар эшләһә лә, организмда энергия алмашыныу процесы боҙола. Ҡалҡан биҙе сирҙәрендә лә кеше өшөксән була. Өшөүҙең тағы бер сәбәбе– гормондар бүленеүҙең боҙолоуы. Ҡатын-ҡыҙҙың организмында циклдар алмашыныуы һөҙөмтәһендә эстроген гормоны кимәле күтәрелә. Уларҙың үҙгәрештәргә бик ныҡ һиҙгерлеге ҡатын-ҡыҙҙарҙа тамырҙарҙың ҡыҫылыуын ҡуҙғыта. Шунлыҡтан аяҡтар һыуына һәм өшөй.
Аяҡтарығыҙ өшөй икән, йышыраҡ хәрәкәтләнегеҙ.
Фото: newspostrussia.ru